+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Март 2020, 13:00
Победа 1945-2020

Бөйөк еңеүгә арналған акцияның киләһе геройы – Ишбулат Мәғәсүмов

Бөйөк еңеүгә арналған акцияның киләһе геройы – Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылында йәшәүсе Ишбулат Мәғәсүмов

Көләс йөҙлө ветеран. Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылында йәшәүсе Ишбулат Мәғәсүмов донъяға йылмайып баға. Хөрмәтле аҡһаҡал шанлы яу юлын үткән, фронтта яраланһа ла иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан, донъя ҡорған, балалар үҫтергән. Ейән-ейәнсәрҙәре уны ҡәҙерләп ҡулында ғына күтәреп йөрөтә. Яңылыҡтар хеҙмәтенең «75 тарих» акцияһы сиктәрендә ҡартлығының бәхетле мәлдәрен кисергән Ишбулат Мәғәсүмов менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин осрашты. Еңеү көнөнә бөгөн 56 көн ҡалды.

Ҡулына ҡорал тотоп Ватан һағына баҫҡанда ул ни бары 17 йәшендә була. Ишбулат Мәғәсүмов 1943 йылдың авгусынан 1945 йылға тиклем 167-се уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә. Советтар Союзы Японияға һуғыш иғлан иткәс Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә. Квантун армияһына ҡаршы алышта пулеметсы була.

1945 йылдың 13 авгусында Ишбулат Мәғәсүмовтың хәрби берәмеге фронт участкаһынан алмаштырған мәлдә дошман уты аҫтына эләгә. Яңы Япппар егете бер юлы өс урындан ҡаты яралана.

Оҙаҡ ҡына госпиталдә дауаланғандан һуң тыуған ауылына ҡайта. Шунда уҡ баштан аяҡ эшкә сума. Һуғыш илгә байтаҡ иҡтисади зыян килтереп өлгөрә. Ер һөрөргә, колхозды тергеҙергә кәрәк була. Балта оҫтаһы, тимерсе, ат ҡараусы, игенсе, төҙөүсе булып эшләй.

Ишбулат Тимербулат улының кинйә ҡыҙы Рая ханым Өфөлә йәшәй. Атай йортона ҡайтҡан һайын ул Яңы Яппар мемориалына һуғыла. Бында ил азатлығы өсөн башын һалған һәм дошман менән ҡаты алышта ҡатнашҡан ауылдаштар исемдәре мәңгеләштерелгән. Рәсми мәғлүмәт буйынса Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылынан 90-дан ашыу ир-егет фронтҡа киткән шуларҙың 41-е генә иҫән һау әйләнеп ҡайтҡан. Рая Ишбулат ҡыҙы өсөн атаһы биргән тәрбиә, ул биргән аҡыл тормош девизы булып ҡала.

Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылы уҙаманы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишбулат Тимербулат улы Мәғәсүмов тормошҡа йылмайып баға. Намыҫы таҙа, күңеле саф хөрмәтле аҡһаҡалдың. 75 йыл элек илебеҙ тыныслығы өсөн ҡаны бушҡа түгелмәгән. Балаларың бәхетен күреү сал сәсле ветеран өсөн үҙе ҙур шатлыҡ.

Рафиҡ Әхмәтшин.

Читайте нас: