-9 °С
Ясна
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
22 Август 2021, 13:10

Беҙ сәләмәтлек яҡлы!

Вакцинация бәләнән йолоп ҡалыр тип ышанабыҙ тиҙәр имай-ҡарамалылар

Беҙ сәләмәтлек яҡлы!
Беҙ сәләмәтлек яҡлы!

"Сәләмәт ауыл" проекты август аҙағына тиклем дауам итәсәк. Ауыл биләмәләрендә был йәһәттән маҡсатҡа йүнәлешле эш бара. Имай-Ҡарамалы ауыл биләмәһе халҡы ла был проекттың кешеләр сәләмәтлеге файҙаһына эшләүен яҡшы аңлай. Шуға бында вакцинацияға етди ҡарайҙар.

Бар донъяны биләп алған замана сире берәүҙе лә аямай, статистика быны асыҡ күрһәтә. Вакцинация уға сик ҡуйырға тейеш. Бының өсөн күпселектең прививка яһатыуы талап ителә. "Сәләмәт ауыл" проекты халыҡтың күпләп прививка яһатыуына булышлыҡ итергә тейеш. Донъя мәшәҡәттәренә күмелгән ауыл халҡы район үҙәгенә барырға ваҡыт таба алмай, ҡарттарҙың иһә бөтөнләй  барырға мөмкинлеге юҡ. Проект сиктәрендә дауахана хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре халыҡ йәшәгән пункттарға бара, был барыһы өсөн дә уңайлы. Ай аҙағына тиклем ваҡыт бар әле, тимәк, вакцинациялауға килеүселәр һаны артасаҡ. 

Беҙ сәләмәтлек яҡлы!
Беҙ сәләмәтлек яҡлы!
Автор: Алия Уразбахтина
Читайте нас