31 ғинуарҙа Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә юлдарға, транспорт системаһына ҙур иғтибар бүленде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҡын арала башланасаҡ ҙур ремонт эштәре тураһында хәбәр итеп, улар тураһында халыҡҡа алдан уҡ мәғлүмәт еткерергә кәрәклеген әйтте.
Республика Башлығы күперҙәр араһында өҫтәмә күперҙең төҙөлөп бөтөүе һәм 1956 йылғы иҫке күперҙе тулыһынса үҙгәртеп ҡороу эшенә тотонорға әҙер булыуҙары тураһында белдерҙе. Ул шулай уҡ был турала йәмәғәтселеккә ваҡытында хәбәр итеүҙең мөһимлеге тураһында ла әйтеп үтте. Президент 1 мартта аркалы күперҙең 30 айҙан ашыуға ябылыуы, бөтә эштәрҙең 2024 йылдың уртаһына тиклем тамамланырға тейешлеген, ике күпер араһында өҫтәмәһе булдырылғаныҡтан кешеләрҙең хәрәкәт ваҡытында проблемаларҙы һиҙмәйәсәген, юлда ни бары бер һыҙаттың ғына кәмейәсәге тураһында ла әйтте. Халыҡҡа хәлде ваҡытында аңлатмаһаң, проблемалар килеп тыуырға мөмкин икәнлеген дә билдәләне һәм 2022 йылдың 1 мартынан аркалы күперҙең ябыласағы хаҡында белдерҙе.
Радий Хәбиров шулай уҡ тағы бер ҙур ремонт тураһында хәбәр итте. Ул яҙын Өфөлә Пугачев урамында төҙөкләндереү эштәренең көтөлөүе, Пугачев, Рыленко һәм башҡа урамдарға ҡағылған «Өфөнөң көньяҡ ҡапҡалары» тип аталған ҙур, етди проекттың тормошҡа ашырыла башлаясағы, шуға был урамдың оҙаҡ ваҡытҡа ябыҡ буласағын хәҙерҙән үк кешеләргә аңлатырға кәрәклеген билдәләне. Шулай уҡ Транспорт министрлығына урау юлдар табыу кәрәклеге хаҡында ла әйтте. Радий Хәбиров кешеләргә бер ни тиклем уңайһыҙлыҡтар булдырмайынса яҡшы транспорт инфраструктураһы төҙөүҙең мөмкин түгеллеген, шуға, бер аҙ ҡыйынлыҡтарға түҙеп торорға тура киләсәге, властарҙың мәғлүмәттәрҙе даими бирергә тейешлегенә лә баҫым яһаны.
Фото: agitmedia02.ru
«Башҡортостан» гәзите материалдарынан.