Был көн Рәсәйҙә бына инде 15 йыл дауамында йыл һайын 3 сентябрҙә билдәләнә. Ул 2004 йылдың 1-3 сентябрендә Беслан ҡалаһында ҡанһыҙлығы буйынса тиңе булмаған террор акты һөҙөмтәһендә 300-ҙән ашыу кешенең, күпселеге ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларҙың, ғүмерен өҙгән фажиғәле ваҡиғаларға бағышлана.
Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө дәүләттең һәм йәмғиәттең терроризм кеүек ҡурҡыныс күренеш менән көрәшеү өсөн берләшеүенең символы булып тора.
Ҡалала һәм районда терроризмды булдырмау, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең ваҡыттарын хәүефһеҙ уҙғарыуын, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу буйынса мәғлүмәт материалдары таратылған профилактик акция ойошторолдо. Райондың мәғариф учреждениеларында класс сәғәттәре уҙғарылды. «Көмбәҙ» хәрби-патриотик клубында тәрбиәләнеүселәр араһында спорт саралары уҙҙы. Район китапханалары террор тарихы һәм бөгөнгө көн йәмғиәтендә терроризм менән көрәштәге проблемалар тураһындағы китаптарҙан күргәҙмәләр ойошторҙо.