-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Путин: мине алыштырыусы оҡшаш кешеләрем юҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ТАСС агентлығына биргән интервьюһының сираттағы өлөшө баҫылып сыҡты.

Ил Башлығы хәбәрселәргә, халыҡ араһында имеш-мимештәр йөрөүгә ҡарамаҫтан, уны алыштырыусы оҡшаш кешеләре (двойник) булмауы тураһында һөйләне.
Шулай уҡ 2000 йылдар башында, «терроризм менән көрәштең иң ауыр мәлдәрендә» хәүефһеҙлек маҡсатында Президентҡа дублер хеҙмәттәре менән файҙаланырға кәңәш итәләр. Әммә ил Башлығы был тәҡдимдән баш тарта.
Путинға 2015 йылдың декабрендә матбуғат конференцияһы ваҡытында уға ныҡ оҡшаған кешенең фотоһүрәтен күрһәтәләр һәм «двойнигы» менән танышмы-юҡмы икәнен һорайҙар. Президент: «Ниндәй двойник? Мине алыштырып йөрөүсе оҡшаш кешеләрем юҡ. Нимәгә улар миңә?» - тип яуап биргән.
Шул уҡ йылдың апрель айында «Тура бәйләнеш»тә ил Башлығына үҙегеҙҙе клонлаштырырға йәки двойник-чиновниктар әрмеһе булдырырға теләмәйһегеҙме тигән һорауға Путин кире яуап ҡайтарған.
Читайте нас: