-3 °С
Ҡар
2 сентябрҙә район Мәҙәниәт йортоноң Александровка филиалында Террорға ҡаршы көрәш буйынса теләктәшлек көнөнә арналған «Террорға – юҡ, тип әйтәйек» тигән сара үткән. Унда ҡатнашыусылар террорға ҡаршы көрәштә теләктәшлек күрһәткән көндәрҙә ваҡытһыҙ вафат булғандарҙы һәм террор ҡорбандарын, террорсылар ҡулынан ғәйепһеҙ кешеләрҙе ҡотҡарып, үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан итеүселәрҙе хәтергә төшөрөү өсөн осрашты. Бесланда һәләк булғандар тураһында видеофильм күрһәтелде, алып барыусы иҫтәлекле датаның барлыҡҡа килеү тарихы, «террор» төшөнсәһе менән таныштырҙы. Уҡыусыларға аманатҡа эләккәндә, штурм ваҡытында үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеген тураһындағы ҡағиҙәләрҙе аңлатҡандар.