3 сентябрь – илебеҙ тарихында ҡайғылы көн. 2004 йылдың 1 сентәбрендә Беслан ҡалаһындағы террористик акт ваҡытында урта мәктәптә бер меңдән ашыу кеше аманатлыҡҡа алына, ә 3 сентябрҙә, бинаны штурмлағанда, 333 кеше, шул иҫәптән 186 бала, һәләк була. Ошо фажиғәле ваҡиғалар иҫтәлегенә был көн дәүләттең һәм йәмғиәттең терроризмға ҡаршы теләктәшлегенең символына әйләнә. 3 сентябрҙә бөтә Рәсәйҙә илебеҙҙә булған террористик акттар ҡорбандарын иҫкә алалар, теракттарға ҡаршы торғанда һәм заложниктарҙы азат иткәндә һәләк булған көс структуралары хеҙмәткәрҙәренә хөрмәт күрһәтәләр.
Сараға мәҙәниәт, үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре, район хакимиәте, һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Дәүләкән ҡала-район Советы вәкилдәре саҡырылғайны. Ул Беслан ҡалаһындағы мәктәптең янып, күмергә әйләнгән емереклектәрен һүрәтләгән террористик ҡанһыҙлыҡҡа һәм кешеләр ғазаптарына ҡотосҡос һәйкәл булып торған видеокадрҙар күрһәтеүҙән башланып китте. Был датаның трагик әһәмиәтен иҫәпкә алып, сарала ҡатнашыусылар бөтә террористик акттарҙа һәләк булыусыларҙың иҫтәлеген бер минутлыҡ тынлыҡ менән хөрмәтләне.
Йыйылыусылар алдында Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Ю.А. Кузнецов һәм РФ Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса енәйәттәрҙе тикшереү бүлегенең өлкән оперуполномоченныйы Д.И. Сафин сығыш яһаны. Ул террористик йүнәлештәге хәрәкәттәргә ҡаршы тороу буйынса Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте менән берлектә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре башҡарған оператив саралар, район территорияһында законһыҙ миграцияны асыҡлау осраҡтары тураһында һөйләне, шулай уҡ төрлө саралар уҙғарғанда һәм кешеләр күпләп йыйылған урындарҙа уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡырҙы.
Үҙәк китапхана хеҙмәткәре В.Е. Скрипникова йыйылыусылар иғтибарына «Беҙ әрнеүҙәрҙе тамсылап бүлешербеҙ...» тигән әҙәби күргәҙмә тәҡдим итте. Унда терроризм темаһына бағышланған күп һанлы китаптар һәм журналдар ҡуйылғайны. Уларҙы теләге булған һәр кем ҡарай алды.
Бынан тыш, райондың белем биреү учреждениеларында Батырлыҡ дәрестәре үтте. Педагогтар балаларға аңлайышлы итеп терроризм тураһында һөйләне, экстрен осраҡтарҙа үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген аңлатты. 7-се урта мәктәптә был көндө террористик акт һәм янғын осрағына учениелар үткәрелде. «Ваҡиға» урынына авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре килде, ә мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылар бинанан нисек эвакуацияланырға икәнлеген ғәмәлдә һынап ҡараны.
Сергей ЧИКОВ.
Автор фотолары.