Илебеҙҙә фажиғәле дата, 3 сентябрь, 2004 йылдың 1 - 3 сентябрендә Бесланда булған ҡот осҡос ваҡиғалар менән тығыҙ бәйләнгән. Был көн дөйөм дошманға ҡаршы көрәштә дәүләт менән йәмғиәттең берләшеүен символлаштырырға тейеш.
Ошо датаға Мәкәш ауыл китапханаһында «Терроризмға ҡаршы бергәләп» тигән гражданлыҡ-илһөйәрлек сәғәте үткәрелгән. Китапханасы Гөлнар Фазлиәхмәтова балаларға терроризмдың нимә икәнен, террорсыларҙың кемдәр булыуын, уларҙың маҡсаттарын һәм һуңғы ун йылда булған теракттар хаҡында һөйләгән. Ул 2004 йылдың 1 сентябрендә Беслан ҡалаһында террорсылар төркөмө мәктәпте баҫып алыуы һәм өс көн буйы меңдән ашыу кешене аманатта тотоуы, уларҙың күбеһе балалар булыуы тураһында ентекләп бәйән иткән. Сара барышында китапханасы уҡыусыларҙы террор ғәмәлдәре хәүефе янағанда үҙеңде тотоуҙың төп ҡағиҙәләре менән таныштырған, ашығыс оператив хеҙмәттәрҙең телефондарын иҫтәренә төшөргән. Балалар террорсылар ҡулында ҡалһаң, үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге, терроризмға ҡаршы көрәш тураһында «Терроризм - донъяуи яуызлыҡ» исемле видеоролик ҡараған.
Уҡыусылар иғтибарына «Киләсәк - терроризмһыҙ, киләсәкһеҙ терроризм» тип аталған күргәҙмә-иҫкәртеү тәҡдим ителде.
«Терроризм хәүефенә нисек ҡаршы торорға» һәм «Терроризм акттарын иҫкәртеү буйынса ҡағиҙәләр» тигән иҫкәрмәләр ҡатмарлы һәм хәүефле хәлдә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә, бәлә-ҡазанан ҡотолорға, үҙ ғүмереңде һаҡлап ҡалырға һәм башҡа кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итәсәк.