+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Терроризмды иҫкәртеү
5 Сентябрь 2022, 10:00

Иҫәп минуттарға барғанда

Дәүләкән районы хеҙмәттәре аныҡ һәм көйлө эшләне

Иҫәп минуттарға барғанда
Иҫәп минуттарға барғанда

«Тиҙ ярҙам» сиренаһының шомло тауышы Соколовка ауылы янындағы автомобиль юлына табан йүнәлде. Махсус медицина машинаһы артынан шунда уҡ янғын расчеты, ЮХХДИ, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килеп етте. Бәхеткә, был юлы бер ниндәй ҙә етди юл-транспорт ваҡиғаһы булмаған, был бары тик учение ғына. Уның шарттары буйынса, ҙур йөк машинаһы менән «ГАЗель» микроавтобусы «бәрелешкән», һөҙөмтәлә бик күп кеше зыян күргән.

Ысынбарлыҡта булған бындай ваҡиғаларҙа күп нәмә ҡотҡарыу хеҙмәттәре белгестәренең аныҡ һәм яйға һалынған эшенә бәйле. Дәүләкән үҙәк район дауаханаһының медицина бүлеге буйынса баш табип урынбаҫары Дмитрий Боровков ошондай аңлатма бирҙе: «Юл-транспорт ваҡиғаһы урынына килгәс, медиктар эш күләмен, йәрәхәтләнеүселәрҙе, тәү сиратта кемгә һәм ниндәй ярҙам күрһәтергә кәрәклеген баһаларға тейеш. Кәрәк була ҡалһа, кисекмәҫтән өҫтәмә бригада саҡыртырға».

Был юлы күнекмәләргә дүрт «Тиҙ ярҙам» машинаһы экипажы, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының патруль машиналары, янғын часының махсус машинаһы йәлеп ителде. Авария урынында янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре кисекмәҫтән янғынды һүндерергә әҙер булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта бөтә подразделениелар ҙа бер-береһенә ярҙам итеү принцибы буйынса бер командала эшләй.

 Дәүләкәндең ашығыс ярҙам хеҙмәттәре «авария» урынына тиҙ арала килеп еткән, шартлы «зыян күреүселәр»гә ярҙам күрһәтелгән, уларҙы медицина учреждениеһына алып барыу өсөн «Тиҙ ярҙам» автомобилдәренә тейәгәндәр. Күнекмәләрҙең ғәмәли өлөшө тамамланғандан һуң, һәр бүлексәнең эше тикшерелде, уның барышында ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда эш итеү тәртибе билдәләнде.

117-се Дәүләкән янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы урынбаҫары Владимир Белозеров билдәләүенсә, бындай күнекмәләрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Киҫкен хәлдәрҙә һәр хеҙмәткәр үҙенең нисек эш итергә тейешлеген белһә, һөҙөмтәләр күпкә яҡшыраҡ буласаҡ, сөнки ҡайһы иҫәп минутҡа ғына бара, ә уларҙың һуңлауы кеше ғүмеренә торошло булыуы ихтимал.

Быйыл республикала күп һанлы имгәнеүҙәргә һәм үлемгә килтергән юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы күҙәтелде. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов әйтеүенсә, йыл башынан алып ете ай эсендә генә республикала 1766 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 225 кеше йәрәхәтләнгән, ике йөҙҙән ашыуы һәләк булған.

Урындағы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, Дәүләкән районында ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында дүрт юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, ун биш кеше төрлө дәрәжәлә тән йәрәхәттәре алған.

Шуныһы мөһиме: әгәр һеҙ ғәҙәттән тыш хәл шаһиты йәки ҡатнашыусы булһағыҙ, 112 телефоны буйынса берҙәм диспетчер хеҙмәтенә шылтыратып, хәл-ваҡиға урынын һәм шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе әйтергә кәрәк. Сигнал автоматик рәүештә  тейешле хеҙмәттәргә килеп етеү менән ҡотҡарыусылар  тиҙ арала ярҙамға ашығасаҡ.

Галина БУРДИЛЕВА.

Автор фотоһы.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: