Янғын хәүефһеҙлеге айлығын үткәреү сиктәрендә райондың белем биреү учреждениеларында иҫкәртеү саралары ойошторола. Дәүләкән ҡалаһының 1-се мәктәбендә лә планға ярашлы янғын-тактик күнекмәләр үткәрелде. Унда бөтә ҡотҡарыу хеҙмәттәре йәлеп ителде.
Учение шарттары буйынса, мәктәптең спорт залында янғын сыға. Белгестәр автоматик янғын сигнализацияһы һәм хәбәр итеү системаһын эшләтеп ебәрҙе, педагогтар балаларҙы эвакуацияланы. Ваҡиға урынына килеп еткән Дәүләкән ҡалаһының 117-се янғын часы хәрби расчеты зыян күреүселәр бармы-юҡмы икәнлеген, бина эсендә берәү ҙә тороп ҡалмағанмы икәнлеген тикшерҙе һәм янғынды һүндерә башланы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре «шартлы янғынды» тиҙ арала һүндерҙе.
Уҡытыусылар ҙа үҙ бурысын яҡшы үтәне. Улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә балаларҙы хәүефһеҙ зонаға сығарҙы һәм барыһы ла бармы икәнлеген белер өсөн исемләп барлап сыҡты, ҡөҙөмтәлә бинала бер кемдең дә ҡалмауы асыҡланды. Был хаҡта шунда уҡ мәктәп директоры Галина Николаевна Шестопаловаға хәбәр ителде. Ул үҙ сиратында Дәүләкән ҡалаһының 117-се янғын һүндереү часы начальнигы урынбаҫары Владимир Иванович Белозеровҡа бөтә көнүҙәк мәғлүмәтте еткерҙе. Барыһы ла тейешле ваҡыт эсендә эвакуацияланды.
Учениеларҙан һуң янғын бүлеге вәкилдәре белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу үткәрҙе, унда сараға йомғаҡ яһанылар, килеп тыуған мәсьәләләрҙе ентекләп тикшерҙеләр. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, 117-се янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре учениелар планына ярашлы күнекмәләр һәм эвакуация ойоштороп ҡына ҡалмай, даими рәүештә профилактик дәрестәр, Асыҡ ишектәр көнө, оҫталыҡ дәрестәре, балалар менән әңгәмәләр үткәрә.