+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Терроризмды иҫкәртеү
15 Сентябрь 2022, 14:55

Терроризм идеологияһына ҡаршы

Башҡортостанда 2019-2023 йылдарҙа терроризм идеологияһына ҡаршы тороуҙың комплекслы планы эшләй.

Башҡортостан Республикаһында 2013-2018 йылдарға терроризм идеологияһына ҡаршы тороуҙың комплекслы планы терроризм идеологияларына ҡаршы тороуҙың хоҡуҡи һәи ойоштороу механизмдарын формалаштырырға ярҙам итте. Әлеге эшмәкәрлекте кадрҙар, методик һәм фәнни яҡтан тәьмин итеү ойошторолған, урындағы үҙидаралыҡ органдары уны тормошҡа ашырыуға йәлеп ителгән.
Мәғариф ойошмаларында көн үҙәгендә терроризмға ҡаршы тематикаһы булған мәҙәни-аңлатма һәм тәрбиәүи саралар уҙғарыу үҫеп килеүсе быуын тарафынан терроризмдың енәйәти ысынбарлығын аңларға ярҙам итә.
Шулай уҡ терроризмға ҡаршы йүнәлештәге мәғлүмәти-пропаганда материалдарының күләме һәм әһәмиәте лә күпкә артҡан.
Сергей Чиков.
Читайте нас: