Үткән аҙнала Дәүләкән ҡалаһында янғын часы хеҙмәткәрҙәре өй беренсә йөрөп, йылытыу приборҙарының, электр сымдарының төҙөклөгөн тикшерҙе. Улар әйтеүенсә, ҡазаның күпселегенә кешеләрҙең битарафлығы сәбәпсе. Иҫкергән электр сымдарын заманса сымдарға алмаштырырға, электр приборҙарының төҙөклөгөн даими тикшереп торорға кәрәк ти улар. Улар таратҡан памяткаларҙа ла шул хаҡта әйтелә