-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Терроризмды иҫкәртеү
16 Сентябрь 2022, 11:35

Милли байрам ғорурлыҡ уятты

Йыйын – ул халҡыбыҙҙың  ҡунаҡсыллығын, киң күңеллелеген күрһәткән байрам.

Милли байрам ғорурлыҡ уятты
Милли байрам ғорурлыҡ уятты

Килгән абруйлы ҡунаҡтарҙы дәртле милли көй-йырҙар менән ҡаршы алдылар, ғәҙәттәгесә бауырһаҡ һәм ҡымыҙ  тәҡдим иттеләр. Улар - Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары И.И. Мөхйәнов, һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан Республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе В.М. Шәрипов, «Мең  ырыуы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе  Ә.Д. Тимербулатов һәм башҡа рәсми кешеләр.

Йыйын - башҡорт халҡы тарихындағы боронғо байрам.  Беҙҙең көндәрҙә ул әүҙем популярлаша бара һәм яңы йүнәлеш ала. Быйыл ул Рәсәй халыҡтарының Мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә үткәрелде. Ойоштороусылар - район Советы һәм хакимиәте, мәҙәниәт идаралығы һәм Дәүләкән селтәрҙәр компанияһы ярҙамында Соколовка ауыл биләмәһе башлығы Ә.К. Шәрәфетдинов, әүҙем кешеләр, бағыусылар - крәҫтиән (фермер) хужалығы етәкселәре С.Б. Рихтер һәм А.В. Гаус милли, мәҙәни һәм спорт программаларын бергә ҡушып, уны ысын мәғәнәһендә халыҡсан, сағыу һәм йөкмәткеле итергә тырышты.

Сара тантаналы өлөштән башланды. Йыйында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов, Соколовка ауыл биләмәһе башлығы Ә.К. Шәрәфетдинов һәм килгән ҡунаҡтар сәләмләне һәм байрам менән ҡотланы. Граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне, ауыл биләмәләренең йәмәғәт башланғыстарында әүҙем ҡатнашҡаны, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн район хакимиәте, район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, аграр хужалыҡ етәкселәре, хеҙмәт ветерандары, әүҙем кешеләр һәм Соколовка ауыл биләмәһенең йәш ғаиләләре почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Иң күп ҡатнашыусыларҙы йыйған «Ауылпиадаға 16 аҙым» проектының финалы йыйындың төп өлөшөнә әйләнде. Ул граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүгә һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға республика Башлығы гранттары конкурсы еңеүсеһе тип танылды. Уның маҡсаты - сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған Дәүләкән халҡын берләштереү һәм районыбыҙҙы сәләмәт ғәҙәттәр һәм спорт традициялары биләмәһе итеү. Уҙған йылдың октябренән алып проект сиктәрендә райондың барлыҡ 16 ауыл биләмәһендә лә «Сәләмәтлек һуҡмағы» мәҙәни-спорт саралары үтте. Урында йәшәүселәр һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә өҫтөнлөк биреүселәр өсөн дартс, шашка, шахмат, волейбол һәм баскетбол, арҡан тартышыу буйынса ярыштар ойошторолдо. Улар скандинавса йөрөү, уҡ атыу һәм саңғы буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, шулай уҡ «Самбо-75» спорт мәктәбе ҡарамағындағы Тест үткәреү үҙәге белгестәре контроле аҫтында ГТО нормаларын үтәүҙә үҙ көсөн һынап ҡараны.

 

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: