-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Терроризмды иҫкәртеү
19 Сентябрь 2022, 14:20

Бер ғәйепһеҙ кешеләр ҡорбан була

Иң аяныслыһы шул

Бер ғәйепһеҙ кешеләр ҡорбан була
Бер ғәйепһеҙ кешеләр ҡорбан була

2001 йылдың 11 сентябрендә ил тарихында ғына түгел, донъя кимәлендә иң күп һанда ҡорбан килтергән террористик акт булды. Был көндө ике "Боинг" пассажирҙар самолеты Нью-Йорктағы Бөтөн донъя сауҙа үҙәгенең "күккә олғашҡан игеҙәк" биналарына килеп бәрелә. Тәүҙә янғын сыға, сәғәт ярымдан һуң биналар емерелеп төшә. Тағы бер самолет Пентагон бинаһына төшөп шартлаһа, дүртенсеһе Пенсильванияға етәрәк бушлыҡҡа ҡолай. Һөҙөмтәлә 3 мең кеше һәләк була һәм эҙһеҙ юғала, 6 мең кеше төрлө йәрәхәттәр ала. 

Эйе, иң ҙур хәүефе уның бер ниндәй ғәйепһеҙ кешелеккә ҡаршы йүнәлтелгән булыуы, ябай халыҡтың зыян күреүе. Террорсыларҙы был бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай, уларҙың маҡсаты –ҡурҡытыу юлы менән йәмғиәтте үҙ мәнфәғәттәренә бороу.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: