-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Терроризмды иҫкәртеү
13 Октябрь 2022, 16:35

Балалар хәүефһеҙлеге мәсьәләһе буйынса

Районда балалар баҡсалары, мәктәптәр, өҫтәмә белем биреү учреждениелары һәм колледждар етәкселәрен саҡырып, ведомство-ара кәңәшмә үтте

Фекер алышыуҙа төп мәсьәлә белем биреү учреждениеларында балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сараларҙы көсәйтеү булды. Кәңәшмәне хакимиәт башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Юрий Кузнецов алып барҙы. Сираттан тыш кәңәшмә үткәреү кәрәклеге илдең белем биреү учреждениеларында террористик характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр осраҡтарының йышайыуы менән бәйле.

Мәғариф идаралығы инженеры Азат Вәлишин бөтә бойороҡтарҙың мотлаҡ үтәлеүе тураһында иҫкә төшөрҙө, уларға ярашлы белем биреү учреждениеларында комплекслы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса системалы эш алып барылырға, райондың һәр белем биреү ойошмаһында штаттан тыш хәл килеп тыуған осраҡта педагогик хеҙмәткәрҙәр һәм персонал менән ғәмәли дәрестәр үткәреү буйынса эш юлға һалынырға тейеш. Ҡораллы һөжүм,  аманатҡа алыу осрағында нисек эш итергә кәрәклегенә айырыуса  иғтибар бирелде. Районда мәктәптәр, балалар баҡсалары, башҡа белем биреү ойошмалары ошондай алгоритм алған. Ентекле күнекмәләрҙә етәкселәр, педагогик состав, хеҙмәтләндереү персоналы менән бер рәттән балалар ҙа ҡатнашырға тейеш.

Белем биреү учреждениеларына күрһәтелгән тағы бер талап - ябыҡ ишектәр режимы. Белем биреү ойошмаһына ишектәрҙе, шул иҫәптән эвакуация һәм сығыу юлдарын да, эске яҡтан бикләргә. Балаларҙы һәм персоналды үткәргәндә һаҡсы йәки дежур уҡытыусы тороуы мотлаҡ.

Кәңәшмәлә мәғариф учреждениеларында хәүеф сигнализацияһы һәм ашығыс хәбәр биреү системаларының төҙөклөгө мәсьәләләре лә ҡаралды. Ведомство-ара кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар индерелгән протокол әҙерләнде һәм уны үтәү өсөн һәр белем биреү ойошмаһына ебәрелде.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: