-15 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Победа. Акции
17 Марта 2020, 13:50

«Башҡортостан Республикаһының Еңеү ирекмәндәре» хәрәкәте штабы булдырылды

Ул алты йүнәлеш буйынса эшләйәсәк

Өфөлә, Йәштәр мәшғүллегегенә булышлыҡ итеү үҙәгендә һәм Өфө ирекмәндәре ассоциацияһында, «Башҡортостан Республикаһының Еңеү ирекмәндәре» йәмәғәт хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе ойошторолдо. Уның етәксеһе – Айһылыу Шәрипова, тип хәбәр итте ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәте.

Тиҙҙән командаға ҡушылырға теләгәндәрҙе йыйыу башлана. Ирекмәндәргә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған акцияларҙы, сараларҙы ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа ҡатнашырға, шулай уҡ ветерандар тураһында хәстәрлек күрергә, иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереүҙә, ғаиләнең тарихын тергеҙеүгә ярҙам итергә тәҡдим ителә.

Йәмәғәт хәрәкәте алты йүнәлеш буйынса эшләй. Улар – «Быуындар бәйләнеше», «Бөйөк Еңеү», «Беҙҙең Еңеүҙәр», «Минең еңеүем», «Медиаеңеү», «Минең тарихым».

http://www.bashinform.ru/news/1425914-v-ufe-sozdan-shtab-dvizheniya-volontery-pobedy-respubliki-bashkortostan/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в