+17 °С
Облачно
Антитеррор

Юғары уҡыу йорттарына хаҡтар тураһында

Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығында юғары уҡыу йорттарында белем алыу хаҡының артыуы хаҡындағы мәғлүмәттең  дөрөҫлөккә тап килмәүе тураһында белдерҙеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юғары уҡыу йорттарына хаҡтар тураһындаЮғары уҡыу йорттарына хаҡтар тураһында
Юғары уҡыу йорттарына хаҡтар тураһында

Ведомствоның дүшәмбе көндө Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми телеграмма-каналында баҫылып сыҡҡан белдереүендә юғары уҡыу йорттарында белем биреү хеҙмәттәренә хаҡты арттырыу тураһындағы мәғлүмәттең дөрөҫ түгеллеге хаҡында хәбәр ителә. Асыҡланыуынса, юғары уҡыу йорттарында беренсе курс өсөн уҡыу хаҡы билдәләнгән дә инде, һәм быйыл Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы менән килешмәйенсә үҙгәрештәр булмаясаҡ. Белдереүҙә шулай уҡ икенсе һәм артабанғы курстарға уҡыу хаҡы хеҙмәттәре күрһәтеү килешеүҙәрендә нығытылыуы һәм бер яҡлы тәртиптә ҡайтанан ҡаралмаясағы һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының хәлде контролдә тотасағы хаҡында хәбәр ителә.

INTERFAX.RU сайты материалдарынан.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас