+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Фән менән ҡыҙыҡһынғандарға

Студенттар өсөн конкурс үтте

Фән менән ҡыҙыҡһынғандарға
Фән менән ҡыҙыҡһынғандарға

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Фән” милли проекты  йәштәрҙе үҫтереү  өсөн күп мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, яңыраҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҙған “Үҙгәреүсән донъяға йәштәрҙең ҡарашы” тигән Бөтә Рәсәй ғилми эштәр конкурсы ла фән менән ҡыҙыҡһынғандарға әһәмиәтле булды.

Бындай конкурс туғыҙынсы тапҡыр үтте. Был юлы ла ул Тарих, хоҡуҡ һәм социаль-гуманитар белем биреү институты етәкселеге ярҙамында, Йәмғиәтте өйрәнеү, хоҡуҡ һәм социаль идаралыҡ кафедраһы тарафынан ойошторолдо. Унда Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Тәүге тур ситтән тороп үткәрелде. Унда эксперттар – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Йәмғиәтте өйрәнеү, хоҡуҡ һәм социаль идаралыҡ кафедраһы уҡытыусылары, шулай уҡ партнерҙар иң уңышлы эштәрҙе һайлап алды. Ошо хеҙмәттәрҙең авторҙары артабанғы этапҡа саҡырылды, унда еңеүселәр билдәләнде.

Конкурстың икенсе этабы быйыл өс дискуссия майҙансығында ойошторолдо. Ҡатнашыусылар һәм эксперттарға аралашыу мөмкинлеге лә киң булды. Мәктәп уҡыусылары ла был сарала заман йәмғиәтенә, белем биреүгә, уҡытыусы һөнәренең социаль әһәмиәтенә ҡағылышлы һорауҙарға яуап эҙләне.

 

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: