+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәттәшлекте нығытыу тураһында

Сибайҙа «МАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы предприятиелары менән эшлекле кәңәшмәһе уҙҙы

Хеҙмәттәшлекте нығытыу тураһында
Хеҙмәттәшлекте нығытыу тураһында

Уны Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы, Беларусь Республикаһындағы  «Офис-группа» Конгресс-бюроһы вәкиллеге ойошторҙо.

Кәңәшмә барышында ике республика араһында сауҙа-иҡтисад мөнәсәбәттәрен нығытыу, ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек булдырыу хаҡында һүҙ барҙы. Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостан предприятиелары ихтыяждары өсөн техника поставкалау тураһында фекер алышты.

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса  «МАЗ» һәм Башҡортостан предприятиелары араһында хеҙмәттәшлек буйынса махсус эшсе төркөм булдырырға ҡарар ителде.

Фото Интернет селтәренән алынды.

 

 

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: