-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Республикаға инвесторҙар киләсәк

Яңы проект илле кешегә эш урыны булдырасаҡ.

Республикаға инвесторҙар киләсәк
Республикаға инвесторҙар киләсәк

Сибай ҡалаһында "Зауралье-2022"  Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Шуларҙың береһе - республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы менән “Евродеталь-сервис” ойошмаһы араһында торг үткәрелмәйенсә, юридик берәмеккә ҡуртымға бирелә торған масштаблы инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итә торған килешеүгә ҡул ҡуйылды. Инвестпроекттың дөйөм хаҡы - 130 миллион һум.

"Инвестор Өфө районы биләмәһендә М-5 “Урал” трассаһы буйында йөк автомобилдәренә хеҙмәт күрһәтеү һәм ремонтлау буйынса автосервис төҙөргә планлаштыра", -ти Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министры Алексей Гусев.

.Инвестор төҙөлөштө башларға һәм объектты 2023 йылда тапшырырға әҙер.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: