+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Кем ҡағиҙәләрҙе белә, шул бүләктәр ала

Йәш быуын юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен яҡшы белергә тейеш

Кем ҡағиҙәләрҙе белә, шул бүләктәр ала
Кем ҡағиҙәләрҙе белә, шул бүләктәр ала

Мәләүез районының «Тау һауаһы» балалар сәләмәтләндереү лагерында сираттағы тапҡыр республика конкурсы - «Хәүефһеҙ тәгәрмәс 2022» йәш инспекторҙар слеты үтте. Унда  Дәүләкән уҡыусылары - 4-се лицей командаһы ла ҡатнашты. Конкуренция бик көслө булды, сөнки ярышҡа республиканың 61 районынан  һәм ҡалаһынан юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары килде. Ҡатнашыусыларға  алты станцияла заданиеларҙы үтәргә кәрәк ине. «Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре» тип исемләнгән беренсеһе станцияла балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса һорауҙарға яуап бирҙе һәм уларҙы реаль ваҡиғаларға яҡынлаштырылған шарттарҙа ғәмәлдә ҡуллана белеүҙәрен күрһәтте.

Икенсе станцияла юл-транспорт ваҡиғаһы осрағында тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү нигеҙҙәрен белеү тикшерелде. Беҙҙең команда кешенең ҡул-аяҡтары һынғанда,  ҡаны күп аҡҡанда, тәненең ҡайһылыр өлөштәре туңғанда йәиһә   бешкәндә нисек итеп тәүге  ярҙам күрһәтергә кәрәклеге тураһындағы  еңелдән булмаған һорауҙарға нигеҙле итеп  яуап бирҙе. Һөҙөмтәлә дәүләкәндәр икенсе урынға сыҡты һәм бүләккә 3 D күҙлек алды.

«Автоҡаласыҡ» тип аталған өсөнсө станцияла балалар бөтә  юл билдәләрен һәм светофор сигналдарын үтергә, йәйәүлеләр үткәүелендә туҡтап торорға тейеш ине, өҫтәүенә быларҙың барыһын да мөмкин тиклем тиҙ эшләү талап ителде. Беҙҙең команданан Азамат Ҡоҙаҡаев менән Рената Шәпилова был станцияла  үҙҙәрен башҡаларҙан яҡшыраҡ күрһәтте.

 

  «Велосипедты фигуралы йөрөтөү»  тигән исемдәге дүртенсе станцияла ҡатнашыусылар велосипедта һәйбәт йөрөү, уға бер ҡул менән идара итә белеү, ваҡытында тормозға баҫыу, ауыр ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу оҫталығын күрһәтте. Бында Рената Шапиловаға тиңдәр булманы.

«Йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен белеү» станцияһында балаларға юлдағы төрлө хәлдәрҙе анализлау һәләтен күрһәтергә һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күҙ алдына килтергән велосипедта өйҙән мәктәпкә барып етергә кәрәк булды. Бынан тыш, улар велосипедты, уның узелдарын нисек яҡшы белеүҙәрен күрһәтергә һәм тиҙ генә запас частар һайларға тейеш ине.

Алтынсы «Агитбригада» станцияһында йәш инспекторҙар иптәштәрен юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белергә һәм үтәргә, юл ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа өндәне.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: