+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Учалы районы үҫемлекселегенә 1,2 миллиард һум инвестиция һалына

Республиканың Учалы районында үҫемлекселекте үҫтереү буйынса комплекслы проектты ғәмәлгә ашырыу башлана

Учалы районы үҫемлекселегенә 1,2 миллиард һум инвестиция һалына
Учалы районы үҫемлекселегенә 1,2 миллиард һум инвестиция һалына

. Проектҡа һалынған инвестицияларҙың суммаһы 1,2 миллиард һумдан ашыуы ихтимал, ә яңы предприятие эшкәрткән һөрөнтө ер майҙаны 10 мең гектар тәшкил итәсәк. Бөгөн Сибайҙа «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, «РВМ Капитал» инвестиция төркөмө һәм «Учалы элеваторы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында инвестиция ниәттәре тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Хеҙмәттәшлек эшкәртелгән ауыл хужалығы ерҙәре майҙанын, иген һәм май культураларын етештереү, орлоҡ материалдары етештереү күләмен һәм сифатын арттырыуға, Учалы элеваторының етештереү ҡеүәтен арттырыуға йүнәлтеләсәк. Яңы эш урындары булдырыласаҡ.

2022 йылдың аҙағына проектты тормошҡа ашырыу барышында «УчалыАгро» компанияһында эшкәртелгән майҙандар 3 мең гектар тәшкил итә. Киләһе ике йылда проектҡа ярҙам сараларын тормошҡа ашырғанда майҙандарҙы 10 мең гектарға тиклем арттырыу планлаштырыла. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 66 берәмек техника, шул иҫәптән 11 трактор, 7 комбайн, 5 сәсеү комплексы, 3 һиптергес, 5 иген ташыусы машина һ.б. һатып алынасаҡ. Ойоштороласаҡ орлоҡсолоҡ продукцияһының ҡеүәте йылына 6 мең тонна иген һәм майлы культуралар орлоғо тәшкил итәсәк.

https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news/?ELEMENT_ID=56228

 

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: