+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Килешеүгә ҡул ҡуйылды

Бр Сауҙа министрлығы һәм Төркиәнең Nevco Holding компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ул ҡуйылды.

 3 июндә  Сибайҙа «Зауралье-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Бр Сауҙа министрлығы һәм Төркиәнең Nevco Holding компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ул ҡуйылды. Килешеү ваҡыты – биш йыл.

-Nevco Holding беҙҙең республика территорияһында йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары селтәрен үҫтереү проектын ьтормошҡа ашырырға планлаштыра, - тине сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Уның маҡсаты - үҙ производствоһын локалләштереү менән Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары селтәрен асыуға бәйле проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыу һәм оҙайлы ваҡытҡа үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте үҫтереү.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news/?ELEMENT_ID=56233

 

Килешеүгә ҡул ҡуйылды
Килешеүгә ҡул ҡуйылды
Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: