+20 °С
Облачно
Антитеррор

«Агроэкспресс» проекты

Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға, Иранға һәм Яҡын Көнсығышҡа аҙыҡ-түлек оҙатыу буйынса махсуслаштырылған сервис

«Агроэкспресс» проекты«Агроэкспресс» проекты
«Агроэкспресс» проекты

Башҡортостанда Евразия иҡтисади союзы илдәре тормошҡа ашырған «Агроэкспресс» тиҙләтелгән тимер юл һәм мультимодаль ташыуҙарҙы тормошҡа ашырыу буйынса берлектәге проект сиктәрендә күмәртә-бүлеү үҙәге булдырыла.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән «Евразия Агрологистикаһы» агросәнәғәт эшмәкәрлеген үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма араһында ҡул ҡуйылған килешеү ошо проектты тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.

«Агроэкспресс» проекты - «Рәсәй тимер юлдары Логистика» һәм «Рәсәй экспорт үҙәге» акционер йәмғиәттәренең Рәсәйҙең тиҙләтелгән контейнер поездары ярҙамында Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға, Иранға һәм Яҡын Көнсығышҡа аҙыҡ-түлек оҙатыу буйынса махсуслаштырылған сервисы. «Евразия Агрологистикаһы» Башҡортостанда күмәртә-бүлеү үҙәген төҙөү һәм үҫтереү проектын тормошҡа ашырыуҙа, шулай уҡ логистик инфраструктура һәм эш урындары булдырыуҙа ҡатнаша.

«Агроэкспресс» инвестиция проектын тормошҡа ашырыу Башҡортостан иҡтисадына 8 миллиард һум самаһы аҡса йәлеп итергә, шулай уҡ 100 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. «Төньяҡ-Көньяҡ» халыҡ-ара транспорт коридоры маршруттарында тышҡы сауҙа, транспорт һәм логистика өлкәһендә, шул иҫәптән агросәнәғәт комплексы продукцияһын һәм сәнәғәт продукцияһын килтереүҙе камиллаштырыу, башҡа эштәрҙе һәм хеҙмәттәрҙе алға ебәреү маҡсатында хеҙмәттәшлек нығытыласаҡ.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас