-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Берҙәм һалым иҫәбе тураһында

Рәсәйҙә һалым түләүсенең берҙәм һалым иҫәбе индерелә Ул барлыҡ һалымдарҙы бер түләү менән үткәреү мөмкинлеге бирәсәк. Артабан ентекләберәк:

Берҙәм һалым иҫәбе тураһында
Берҙәм һалым иҫәбе тураһында

Ҡабул ителәсәк закон намыҫлы һалым түләүселәрҙең тормошон ярайһы уҡ еңеләйтер һәм бик күп реквизиттар ҡуйылған түләү ҡағыҙҙары тултырыуҙан ҡотҡарыр тип көтөлә.

Оҙаҡламай һалым түләү һанын һәм һәр һалымдың күләмен күрһәтеп, бөтә һалым йөкләмәләрен берҙәм түләү менән үткәрергә мөмкин буласаҡ.

Берҙәм һалым иҫәбе менән физик шәхестәр, шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик берәмектәр файҙалана ала.

Закон проекты һалым түләүҙең берҙәм ваҡытын билдәләй - ул һәр айҙың 28-се көнө. Һалым түләүселәр календары шулай итеп ябайлаштырыла. Яңы ҡағиҙәләр 2023 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк.

Ентекләберәк ошонан уҡығыҙ: http://duma.gov.ru/news/54759/

«Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының беренсе һәм икенсе өлөшөнә (һалым түләү тәртибен камиллаштырыу өлөшөндә) үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проекты: https://sozd.duma.gov.ru/bill/46702-8

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: