+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Программалау дәрестәре - бушлай

8-11 класс уҡыусылары программалау белемдәрен бушлай ала ала.

Программалау дәрестәре - бушлай
Программалау дәрестәре - бушлай

Был хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе ҡул ҡуйған: https://vk.cc/ceTAAQ.

Улар дүрт модулдән торған 36 академик сәғәтлек программа буйынса шөғөлләнәсәк. Уҡыу ваҡыты ике йыл тәшкил итә. Курстар мәктәп программаһының математика һәм информатика дәрестәренә өҫтәмә буласаҡ.

Был балаларға мәктәптә үк тәүге IT-һөнәр үҙләштерергә мөмкинлек бирәсәк һәм, үҙ сиратында, уларҙың артабанғы һөнәри эшмәкәрлеген IT-өлкәгә йүнәлтергә тейеш.

Республикала был белем биреү майҙансыҡтарында онлайн да, офлайн да шөғөлләнергә мөмкин. Уларҙы проекттың операторы «Университет 2035» һайлап аласаҡ: http://2035.university/.

Беренсе этапта программалау буйынса бушлай курстарҙы 100 мең самаһы бала үтер, киләһе йылдарҙа уларҙың һаны 240 меңгә етәсәк, тип күҙаллана.

IT- тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләү Хөкүмәт тарафынан бойомға ашырылған 42 стратегик башланғыстың береһе булып тора. Уҡыусылар өсөн программалау буйынса курстар - проекттың бер өлөшө. Өс йыллыҡ федераль бюджетта уҡыуҙы ойоштороуға ҡаралған аҡсаның дөйөм күләме 6,8 миллиард һум тәшкил итә.

Сығанаҡ: http://government.ru/news/45921/

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: