«Смайлик» Интернет селтәрҙәрендәге төрлө чаттарҙа һәм электрон почта аша аралашҡанда тауыш интонацияһын һәм мимиканы күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Улар аралашыусыларға бер-береһен яҡшыраҡ аңларға, кәйеф торошон тойорға ярҙам итә.
Был байрам киң билдәлелек яуламаған. Уны тик ошо һүрәттәрҙе («Смайлик»тарҙы) уйлап сығарған кешеләр: дизайнерҙар һәм рәссамдар ғына билдәләй. 19 сентябрь көндө социаль селтәрҙәргә яңынан-яңы һүрәттәр ҡуйыла. Кешеләр кисерештәренең киң диапазонын сағылдырыусы «Смайлик»тар һаны йылдың-йылы арта бара.
фотолар интернеттан алынды.