Рәсәй Почтаһы тәүге тапҡыр октябрь айында традицион уҙғарылған гәзиттәргә яҙылыу ун көнлөгөн, бөтә булған ташламаларҙы һаҡлап, тағы ла бер аҙнаға оҙайтты. 20 октябргә тиклем 40 процент ташлама менән
гәзит-журналдарға яҙылырға мөмкин.
Был ваҡытта Рәсәй Почтаһы үҙ клиенттарына 1500-ҙән ашыу төрлө күңел асыу, ижтимағи-сәйәси, фәнни баҫмаларға һәм балалар өсөн сығарылған гәзит-журналдарға яҙылыуға һәм ташыуға 40 процентҡа тиклем ташлама бирә.
Рәсәй почтаһы почта каталогына индерелгән федераль матбуғат баҫмаларын ташыуға - 10 процент, ә республика, ҡала һәм район баҫмаларына - 15 процент, башҡа яҙылыу агентлығы каталогтарына ингән матбуғат баҫмаларына биш һәм ун процент өҫтәмә ташлама бирә.
Үҙеңә һәм яҡындарыңа ташлама менән матбуғат баҫмаларына podpiska.pochta.ru сайтында булған 4200 гәзит һәм журнал араһынан һайлап алып, донъяның теләһә ҡайһы мөйөшөнән дә яҙылырға була.
Бынан тыш, Рәсәй коммуналь бәйләнештәр министрлығы ҡарамағындағы төбәк матбуғат баҫмалары буйынса Эксперт советы раҫлаған 2500-ҙән ашыу матбуғат баҫмаларын ташыуға булған льготалар күләме һәм шарттары һаҡлана. Уларға Рәсәй почтаһы каталогы буйынса 25 процент һәм шулай уҡ альтернатив яҙылыуға 20 процент ташлама алырға була. Исемлеккә Башҡортостан Республикаһында сыҡҡан бөтә республика, ҡала һәм район матбуғат баҫмалары инә.
«Изгелек ағасы» акцияһы сиктәрендә социаль учреждениеларын матбуғат баҫмаларына яҙҙырыу рәүешендә шәфҡәтлелек ярҙамы күрһәтергә мөмкин. Акцияның podpiska.pochta.ru/derevo-dobra cайтында йәки теләһә ҡайһы почта бүлексәһендә был программала ҡатнашырға була.