-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Октябрь 2019, 16:17

Юмор

Профессор имтихан ваҡытында бер студенттың шпаргалка сығарырға маташҡанын күреп ҡала. Күҙәтә башлай. Мауығып китә.

Профессор имтихан ваҡытында бер студенттың шпаргалка сығарырға маташҡанын күреп ҡала. Күҙәтә башлай. Мауығып китә.
Икеһе лә тирләп төшә. Һөҙөмтәлә профессор түҙмәйенсә:
- Әйҙә инде, сығар, ҡыйыуыраҡ, - ти.
Имтиханда профессор студенттан һорай:
- Ниңә мин һеҙҙе бер ҡасан да лекцияларҙа күрмәнем?
- Ә мин һәр саҡ колонна артында ултыра инем.
- Бер колонна артында шул хәтлем кеше ултыра ала, тип күҙ алдына ла килтермәгән инем.
Парк эскәмйәһендә студент ултыра. Эргәһенән кисә уға «икеле» ҡуйған профессор үтеп бара. Студент, һикереп тороп:
- Һаумыһығыҙ, Иҙрис Ғәзизович, -ти.
- Мин аңралар менән һаулыҡ һорашмайым, - ти профессор эре генә.
- Ә мин һорашам, - тигән егет.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: