Ус төптәрем тирләй. Ҡышын бигерәк ҡыйын, бейәләйемде сисеүгә, ҡулым өшөй башлай. Был хәл ниҙән була икән?
Ус төптәренең тирләүе вегетатив нерв системаһы эшмәкәрлегенең боҙолоуынан килә. Ус тирләмәһен тиһәң, кәрәккә-кәрәкмәгәнгә борсолмаҫҡа, үҙең осраған һәр төрлө ваҡиғаға ла битараф булырға, тир биҙҙәренең эшмәкәрлеген пассивлаштырыусы препараттар ҡабул итергә кәрәк.
Нервылар ныҡ ҡуҙғығанда валериана, һуҡыр кесерткән төнәтмәләре эсергә мөмкин. Усҡа ғәҙәти антиперспиранттарҙан алып, балалар присыпкаһына тиклем һөртөргә була.
Текст башҡорт календарынан алынды.