-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Октябрь 2019, 18:41

Һеҙ быны беләһегеҙме?

Кеше – танылған ғалим, йәки спортсы-донъя чемпионы, йәки ябай эшсе булһа ла, физиологияһы буйынса бер төрҙәге зат булып ҡала. Ә кешенең организмы һис кенә лә ябай түгел, ифрат үҙенсәлекле.

Кеше – танылған ғалим, йәки спортсы-донъя чемпионы, йәки ябай эшсе булһа ла, физиологияһы буйынса бер төрҙәге зат булып ҡала. Ә кешенең организмы һис кенә лә ябай түгел, ифрат үҙенсәлекле.
*** Яралғыла бармаҡ эҙҙәре – ә улар донъяла бер ҡасан да ҡабатланмай! – 3 айҙа барлыҡҡа килә.
*** Кешенең ҡан тамырҙарының дөйөм оҙонлоғо яҡынса 100 000 километр.
*** Ҡатындарҙың йөрәге ирҙәрҙекенән шәберәк тибә.
*** Уртаса ғүмер йәшәгән кешенең сәсенең үҫеше 725 километрға етә.
*** Уң ҡуллылар һулаҡайҙарға ҡарағанда яҡынса туғыҙ йылға оҙағыраҡ йәшәй. Донъялағы кешеләрҙең 7 проценты – һулаҡай.
*** Зәңгәр күҙлеләр, башҡаларға ҡарағанда, ауыртыуҙы нығыраҡ һиҙә, түҙемһеҙерәк була.
*** Кешеләр – тере йәндәр араһында арҡаһында йоҡлай торған берҙән-бер зат.
*** Йән эйәләре араһында тик кеше генә тура һыҙыҡ төшөрә ала.
*** Намыҫ өсөн яуап биреүсе урын тик кешелә генә бар. Ул мейелә, ҡаштар араһындағы өлөштә урынлашҡан.
Читайте нас: