Аяҡ кейеме үксәһе тарихы Боронғо Мысырҙа башлана. Ул заманда ябай крәҫтиәндәр бөгөнгө үксәләргә оҡшаған күтәрмәле аяҡ кейемен һөрөлгән ерҙә еңелерәк йөрөр өсөн кейгән. Беҙ күреп өйрәнгән үксә тик урта быуаттарҙа сыҡҡан. Был осраҡта инде үксәле аяҡ кейеме һыбайлылырға ярҙамға килгән. Һуңыраҡ бындай уңайлы әйбер һалдаттарға күсә – оҙон юлға сыҡҡанда аяҡ талмаһын өсөн кейелгән була. Ҡатын-ҡыҙҙар гардеробына үксәләр тик XVII быуатта ғына инә.