Көлөү – иң яҡшы дауалау һәм ауырыуҙарҙан һаҡланыу сараларының береһе. Йыш көлөүсән, алсаҡ кһңелле кешеләрҙең иммун ситемаһында төрлө вирустарға ҡаршы тороусы матдә бүленеп сыға. Йәнә:
*** 10 минут көлөү ҡан баҫымын 10-20 бүлемгә төшөрә.
*** Көн һайын 15 минут көлөү йылына 2 килограмм ауырлыҡты кәметергә ярҙам итә.
*** Көләкәстәрҙә тын юлдарының һауа үткәреүсәнлеге 3 тапҡырға еңелерәк.
*** 1 минут көлөү матдәләр алмашыныуын 20 процентҡа яҡшырта.
*** 4 минут көлөү эшкә һәләтлекте 10 процентҡа арттыра.
*** Көлгән саҡта организмдағы 80 мускул хәрәкәткә килә.
*** Көлөү йоҡоға яҡшы тәьҫир итә.
*** Юморҙы аңлау һәм урынлы көлөү – мейенең интеллектуаль үҫешен күрһәтә, уны үҫтерергә ярҙам итә.
Текст башҡортса календарҙан, фотолар интернеттан алынды.