+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Ноябрь 2019, 17:05

Кескәйҙәрҙе ҡыуандырып

Учреждение «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә барлыҡҡа килде. Районыбыҙҙа Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан ун алтынсы мәктәпкәсә төркөм асылыуы район күләмендәге мөһим ваҡиға булды, ауыл балалары һәм уларҙың ата-әсәләренә ҙур байрамға әйләнде.

Иҫке Мерәҫ ауылында мәктәпкәсә төркөм асылды
Учреждение «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә барлыҡҡа килде. Районыбыҙҙа Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан ун алтынсы мәктәпкәсә төркөм асылыуы район күләмендәге мөһим ваҡиға булды, ауыл балалары һәм уларҙың ата-әсәләренә ҙур байрамға әйләнде.
Мәғариф учреждениеһы Иҫке Мерәҫ төп дөйөм белем биреү мәктәбе нигеҙендә асылды. Бинаны төҙөү һәм ремонтлау эштәре йәй көнө башланғайны. Хәҙер инде бында кескәйҙәр өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Айырым төркөм, уңайлы кейенеү-сисенеү бүлмәһе һәм ундағы сағыу кейем шкафтары, ыҡсым йоҡо урындары, балалар өсөн мебель, яңы уйынсыҡтар, бәҙрәф, кер йыуыу бүлмәһе һәм ашхана бар.
Был көндө яңыртылған бинаны мәктәпкәсә төркөмдөң буласаҡ тәрбиәләнеүселәре генә түгел, ә сараның ҡунаҡтары: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Р.Ю. Бабич һәм район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов та баһаланы. Улар ауыл халҡын мөһим ваҡиға менән ҡотлап, уйын йыйылмалары бүләк итте. Кескәй тәрбиәләнеүселәр үҙ сиратында йыйылыусыларға концерт номерҙары күрһәтте, шиғырҙар уҡыны, йырҙар йырланы һәм бейене.
Кешеләр тураһында ҡайғыртҡаны өсөн ауыл халҡы исеменән Иҫке Мерәҫ мәктәбе директоры Ю.С. Мәғәсүмова һәм кескәйҙәрҙең ата-әсәләре район етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Улар, уңайлы һәм заманса мәктәпкәсә төркөм - Имай-Ҡарамалы ауыл биләмәһендә ҙур һорау менән файҙаланған мәктәпкәсә мәғариф объекты икәнен билдәләп үтте. Мәктәп ихатаһында урынлаштырылған һәм киләсәктә урындағы кескәйҙәрҙе күп йылдар дауамында шатландырып торасаҡ уйын майҙансығы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Бәүелсәктәр, тауҙар, ҡомда уйнау урыны һәм беседкалар – Имай-Ҡарамалы ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең бүләге.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, ауыл мәктәбе бинаһында мәктәпкәсә төркөмдәр асыу - өҫтөнлөктәр генә килтереүсе күптән һыналған ысул. Беренсенән, был ауылда эшләүсе ата-әсәләр өсөн уңайлы инфраструктура тыуҙыра. Икенсенән, мәғариф учреждениеһы ҡарамағындағы мәктәпкәсә төркөмгә йөрөгән кескәйҙәр киләсәктә уҡыуға еңелерәк ҡулайлаша.
Районыбыҙҙа «Аныҡ эштәр» проекты ярҙамында тағы ла бер мәктәпкәсә төркөм асылыуы балалар баҡсаларында урындар етешмәү проблемаһын яйлап бөтөрә, сөнки Иҫке Мерәҫтә асылған мәктәпкәсә төркөм өс йәштән ете йәшкә тиклемге 20 балаға иҫәпләнгән.
«Ауыл балаларына мәктәпкәсә белем биреү эше маҡсатҡа йүнәлешле алып барыла,- тип билдәләне райондың мәғариф идаралығы начальнигы Н.В. Кузовова. – Дәүләкән районы хакимиәте мәктәпкәсә учреждениелар селтәрен камиллаштырыу буйынса ауыл биләмәләренән алынған һәр тәҡдимғә теләп ҡушыла һәм мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Шуныһы ҡыуандыра, һөҙөмтәлә беҙ балаларға, уларҙың ата-әсәләренә һәм педагогтарға оҡшаған, заманса мәктәпкәсә төркөмдәр асабыҙ».
Читайте нас: