+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Ноябрь 2019, 12:45

Һуған ҡабығы һәм башлы һуған йүтәлдән дауалай

Һуған ҡабығы ҡайнатмаһы көслө йүтәлде дауаларға ярҙам итә.

Һуған ҡабығы ҡайнатмаһы көслө йүтәлде дауаларға ярҙам итә.
10 баш һуғандың ҡабығын 1 литр ҡайнаған һыуға һалып, уртаса утта ҡайнатабыҙ. Һыу яртылаш ҡайнап бөткәндән һуң, ҡайнатманы (отвар) уттан алырға, һыуытырға һәм һөҙөргә кәрәк. Йүтәл бөткәнсе көнөнә 2-3 тапҡыр бал һалып, 2/3 стакан эсергә тәҡдим ителә.
Бронхит менән ауырығанда һуғанды ҡабығы менән һалып бешерелгән шәкәрле сироп эсеү йүтәлде еңергә ярҙам итә. 2 баш һуғанды яҡшылап йыуып, ҡайнап торған шәкәрле һыуға (1 литр һыуға – 1 стакан шәкәр ҡомо) һалырға. 50 минут талғын утта бешергәндән һуң, һуғанды алып ташларға, ә сиропты көнөнә 3-4 тапҡыр өлкәндәргә - 2/3 стакан, балаларға - 50 мл эсергә. Бер нисә көндән йүтәл бөтә.
Әгәр ҙә йүтәл бик көслө булһа, уны түбәндәге ысул менән дауаларға мөмкин: 2-3 баш һуғанды һәм 1 баш һарымһаҡты ваҡлап турарға һәм 0,5 литр һөттә бешереп алырға кәрәк. 10 минут бешергәндән һуң, массаны иҙергә, 2 аш ҡашығы бал өҫтәргә һәм көнөнә 5 тапҡыр йылы килеш 1 аш ҡашығы ҡулланырға тәҡдим ителә.
Был мәҡәлә мәғлүмәт формаһында бирелә. Әлеге ысулды ҡулланыуҙан алда табип менән кәңәшләшегеҙ!
Читайте нас: