+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Ноябрь 2019, 13:50

Андыҙ: уның 9 көсө һеҙҙең һаулыҡ һағында

Дауалау көсөнә эйә булған андыҙҙы халыҡ медицинаһында элек-электән ҡулланғандар. Тылсымлы үләнде ата-бабаларыбыҙ йүтәлдән, һалҡын тейеүҙән, иммунитетты күтәреү, шулай уҡ төрлө ялҡынһыныуҙарҙы һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланған.

Дауалау көсөнә эйә булған андыҙҙы халыҡ медицинаһында элек-электән ҡулланғандар. Тылсымлы үләнде ата-бабаларыбыҙ йүтәлдән, һалҡын тейеүҙән, иммунитетты күтәреү, шулай уҡ төрлө ялҡынһыныуҙарҙы һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланған. Был уникаль үҫемлектең сере нимәлә һуң? Уның составында булған компоненттар:
* организмды төрлө токсиндарҙан һәм шлактарҙан таҙалай, аппетитты кәметә;
* һалҡын тейеп ауырығанда ҡаҡырыҡ бүленеп сығыуҙы көсәйтә, елһенеүҙе бөтөрә;
* организмдың ауырыуҙарға ҡаршы тороу көстәрен арттыра;
* ауыртыуҙы баҫа, тынысландырыусы, антисептик үҙенсәлектәргә эйә;
* эсәк, бөйөр эшмәкәрлеген көйләй, ҡандағы шәкәр күрһәткестәрен нормаға килтерә;
* ашҡаҙандағы сей яраны дауалай, үт ҡыуыу сифаттарына эйә;
* матдәләр алмашыныуын тиҙләтә, һандағы холестеринды кәметә.
Андыҙҙан эшләнгән дауаланыу саралары ашҡаҙандағы сей яраны, гастритты, бөйөрҙәрҙе дауалай, йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһын яҡшырта, ҡан баҫымын нормалләштерә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең репродуктив системаһындағы проблемаларҙы бөтөрә.
Андыҙҙан дауалау өсөн ҡайнатма (отвар), бальзам һәм сәй әҙерләргә була.
Ҡайнатма: 100 гр. андыҙ тамырын уртаса киҫәктәргә бүлгеләп, 1 литр һыуға һалып, ҡайнатырға ҡуйырға. 4 сәғәт дауамында талғын утта ҡайнатырға. Һуңынан һөҙөп алырға. Был ҡайнатма төрлө яраларҙы дауалағанда компресс итеп ҡулланыла.
Бальзам: Әҙерләү өсөн 50 гр. киптерелгән йәки 300 гр. сей андыҙ тамыры, 100 гр. яңы ғына һығылған алма һуты, 150 гр. шәкәр ҡомо кәрәк. Тамыр ваҡлана, 1 литр һыуға һалып, 20-25 минут ҡайнатыла. Килеп сыҡҡан шыйыҡсаны яҡшылап һөҙөргә, унда алма һуты, шәкәр ҡомо һалып яҡшылап бутарға, һыуытырға ҡуйырға кәрәк. Бальзамды көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан 3 аш ҡашығы ҡулланырға тәҡдим ителә. Дауаланыу курсы 1ай.
Сәй: Бер нисә андыҙ тамырын ваҡлап, килеп сыҡҡан ваҡланманы һауытҡа 1 аш ҡашығы һалырға, 1 стакан ҡайнаған һыу ҡойорға. 15 минут төнәтергә. Көнөнә 4 тапҡыр 250 мл эсергә кәрәк. Был сәй спазматик сифатҡа эйә, йүтәлде еңеләйтә.
Мәҡәлә мәғлүмәт формаһында бирелә. Был ысулды ҡулланырҙан алда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Читайте нас: