Милли юморҙың йөҙөк ҡашы булған театр киләһе йылда 40 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Бер минут көлөү ғүмерҙе биш минутҡа оҙайта тип иҫәпләһәк тә, үҙҙәренең юморы менән беҙҙең ғүмерҙе улар күпмегә оҙонайттылар икән?!
Кисә, 5 ноябрҙә, Шишмә район Мәҙәниәт һарайында «Мунса ташы» юмор театрының «Ҡырыҡта ла ҡыҙыҡта» тигән тамашаһы булды. Ул тулы аншлаг менән үтте. Программаға театрҙың иң яҡшы миниатюралары, танылған артистар башҡарыуында үҙенсәлекле жанрҙар индерелгәйне. Өс сәғәт дауамында барған тамашаның халыҡты рәхәтләндереп көлдөрөрлөк тә, уйландырырлыҡ та урындары күп булды. «Мунса ташы» япраҡһыҙ һепертке менән үҙ эшенә һалҡын ҡараусы, вайымһыҙ түрәләрҙең, бюрократтарҙың сәхнәлә арт һабағын уҡытты. Шулай уҡ көндәлек тормошта осраған ғибрәтле хәлдәрҙе, кәмселектәрҙе театрҙың үҙешмәкәр артистары халыҡҡа юмор аша бик оҫта күрһәтә алды. Тамашала театрҙың етәксеһе, Татарстандың халыҡ артисы Ғамил Әсхәҙулла, Татарстандың атҡаҙанған артистары Рөстәм Рахманҡолов, Искәндәр Мөтиғулла, Гөлгөнә Зәйнуллина һәм йәш артистар Рәмил Әсхәҙуллин, Илгиз Ғилфанов, Рөстәм Хәсәнов һ.б. ҡатнашты. Кешеләр тамашанан күңел күтәренкелеге, яҡшы кәйеф алып, бик ҡәнәғәт таралышты.