+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Ноябрь 2019, 18:55

Ынйы туйға теләктәр

6 ноябрҙә ғаилә ҡороуыбыҙға 30 йыл тулды. Тормош иптәшемде күркәм юбилей – ынйы туй көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Таҙалыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, парлы ҡартлыҡ теләйем! Байрам уңайынан ижад иткән шиғыр юлдарын уға бағышлайым.

Ынйы туйға теләктәр
(шаярыу ҡатыш)
Бөгөн беҙҙең ынйы туй тип,
Тулҡынлана күңелем.
Һиңә минең менән йәшәү,
Булмағандыр еңелдән.
Сөнки алтын түгел минең,
Көмөш тә түгел холоҡ...
Бер минутта үҙгәрәм мин,
Таный алмаҫлыҡ булып.
Теләгәндәй көйҙөрөргә,
Күҙҙәрем сәсә осҡон.
Матур һүҙҙәр күңелемдә
Тәрәнгә инеп боҫҡан.
Кимерәм ҡолаҡ итеңде,
Туҡтауһыҙ ауыҙ һөйләй,
Йөрөргә тейеш булһам да,
Мөхәббәт көйөн көйләп...
Үҙгәртәһең бер минутта -
Иретә йылы һүҙең,
Йылмаялар ирендәрең,
Нур сәсә наҙлы йөҙөң.
-Яратам,-тип, наҙлап ҡына,
Алаһың ҡосоп иңдән,
Һалҡын елдән ышыҡлайһың,
Йәшәйем сәскә-гөлдәй.
Бик баҫалҡы ғына бөгөн,
Яныңда торам баҫып,
Бушатам бар серҙәремде,
Күңел һандығын асып.
Зәһәр осҡондар ҙа сәсмәй
Ҡарайым күҙҙәреңә.
Йылы наҙҙарыма төрөп,
Һөйләйем һиңә һүҙҙәр.
Шатлығым һин, ҡыуанысым,
Яҙмышымдың бүләге,
Ауыр саҡта таянырлыҡ,
Ышаныслы терәгем.
Ҡараңғы көндәремде лә
Яҡтыртыусы ҡояшым.
Һулар һауам, йөрәк дауам,
Тәмдәре ашар аштың.
Нисек барһың, бары шулай
Яратамын мин һине.
Һуңғы һулыштарға тиклем,
Иңдәргә терәп иңде,
Йәшәйек беҙ татыу ғына,
Бик оҙаҡ йылдар буйы.
Тик шатлыҡта ҡаршылайыҡ
Ғүмерҙең алтын туйын!
Насар яҡҡа үҙгәрмәҫкә
Һүҙ бирәм һиңә, йәнем.
Ә һин, иһә, һис кенә лә
Үҙгәрмә инде, йәме?!
Читайте нас: