Йән тартҡан эштә эшләү, буш ваҡытта күңелгә оҡшаған шөғөл табыу ғүмерҙе оҙайта, йәшәүгә йәм өҫтәй. Белгестәр билдәләүенсә, бөгөн күпселек халыҡ күп ваҡытын бушҡа сарыф итә, яратмаған вазифалар башҡара. Һәр кем иртән эшенә атлығып барырға, кисен ашҡынып өйөнә ҡайтырға тейеш. Эшеңде яратып башҡараһың икән, үҙеңде ышаныслыраҡ тояһың, күңелгә дәрт өҫтәлә, илһамландыра, ҡанаттар үҫкәндәй тойола.
Тимәк, яратҡан эш тормошобоҙҙо гүзәлерәк итә, уны йәмләй. Шуға йәштәргә күңеленә ятҡан шөғөл табырға кәңәш итә белгестәр.