+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ноябрь 2019, 19:00

Бауыр таҙартыу өсөн йөҙөм һыуы

Был төнәтмәне һәр ай һайын 4-әр көн генә эсеп торһағыҙ ҙа һөҙөмтәһе һиҙеләсәк.

- 150 г йөҙөм
- 2 стакан һыу.
Йөҙөмдө яҡшылап йыуабыҙ. Һыу ҡайнатып уға йөҙөмдө төшөрәбеҙ. 20 минут ҡайнатҡас, төнгөлөккә ултыртып ҡуябыҙ.
Иртәнсәк һөҙәбеҙ һәм әҙ генә йылытып алабыҙ. Ошо төнәтмәне көн һайын иртәнсәк 30 минут ашар алдынан ас ҡарынға эсергә тәҡдим ителә.
Һөҙөп алынған йөҙөмдө һоло бутҡаһына ҡушып ашарға мөмкин.

Был төнәтмәне ҡулланған ваҡытта сөгөлдөр, кишер, кәбеҫтә, алма, ҡара емеш кеүек ризыҡтарға өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡ. Һөт ашамлыҡтарын кәметеп тороу һәйбәтерәк.
Читайте нас: