0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ноябрь 2019, 19:00

Хужабикәгә кәңәш

- Ҡыҙҙырылған кар­­туф тәмлерәк бул­һын өсөн, уға һуғанды айырым ҡыҙҙырып ҡушығыҙ.

- Хужабикәләр кәт­лит әҙерләгәндә, күпме тоҙ һалырға, тип аптырай. Ашнаҡсылар 1 кг фаршҡа 2 ҡалаҡ тоҙ һалырға кәңәш итә.
- Кәбеҫтәне бешергәндә өҫтөнә ҡап­ҡас япмағыҙ. Бешеп етер алдынан аҙ ғына аш һеркәһе һәм шәкәр өҫтәгеҙ. Шулай эшләгән саҡта йәшелсәнең тәме бөтөнләй икенсе була.
- Рассольникҡа ҡыяр­ҙы ҡыҙҙырып йәки бешереп һалһаң, һурпа тәмлерәк була.
- Итте ҡыҙҙырғас, уны бүлмә тем­пе­ратураһында «ял ит­терегеҙ». Был ваҡытта ит уртаһындағы һыу бө­төн иткә тарала һәм ризыҡ тәмлерәк була.
- Күмәс һәм кекстар матур булһын өсөн, улар бешкәс, өҫтөнә глазурь яғығыҙ. 2 – 3 ҡа­лаҡ шәкәрҙе шул уҡ күләмдәге һөттә ире­тегеҙ һәм сироп бар­лыҡҡа килгәнсе газ өҫтөндә йылытығыҙ.
- Тәмләткестәрҙе быя­ла һауытта һаҡ­лағыҙ. Ҡағыҙ пакеттар уларҙың тәмен боҙа.
Читайте нас: