Тап 18 ноябрҙә уның тыуған иле Великий Устюгта ҡыш үҙ хоҡуғына инә, ҡаты һалҡындар башлана тип иҫәпләнә.
Ҡыш тылсымсыһына нисә йәш икәне аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә 2000 йылдан ашыу ул төрлө образдарҙа билдәле.
Ҡыш бабай китап биттәрендә тәүге тапҡыр 1840 йылда барлыҡҡа килә, унда уның тураһында әкиәттәр баҫылып сыға.
Беренсе тапҡыр Ҡыш бабай һәм уның ярҙамсыһы-ейәнсәре Ҡарһылыу Совет балалары алдында 1937 йылда Мәскәү Союздар йортонда сығыш яһай.
Великий Устюг Рәсәй Ҡыш бабайының тыуған иле тип рәсми рәүештә 1999 йылда атала.
Үҙәк майҙанда был көндө төрлө байрам саралары үтә, йола буйынса беренсе яңы йыл шыршыһында уттар ҡабына. Был байрамдан һуң Ҡыш бабай Рәсәй ҡалалары буйлап китә һәм һәр береһендә балалар менән бергә шыршы уттары ҡабыҙа.