+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ноябрь 2019, 14:00

Ҡыш бабайға теләктәрен белдерҙеләр

Йыл тамамланыуға яҡынлаша. Тимәк, Ҡыш бабай юлға сыҡҡан. Әлегә ул беҙҙән алыҫта, әммә декабрҙең аҙағына мотлаҡ килеп етәсәк, бәләкәстәрҙе бүләктәр менән ҡыуандырасаҡ.

Йыл тамамланыуға яҡынлаша. Тимәк, Ҡыш бабай юлға сыҡҡан. Әлегә ул беҙҙән алыҫта, әммә декабрҙең аҙағына мотлаҡ килеп етәсәк, бәләкәстәрҙе бүләктәр менән ҡыуандырасаҡ. Өҫтәүенә был көндәрҙә уның тыуған көнө лә билдәләнде. Шул уңайҙан Имай-Ҡарамалы ауылы китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ауыл хакимиәте бинаһында барыбыҙ ҙа яратҡан Ҡыш бабай тураһында әңгәмә үткәрҙе. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары һорауҙарға ихлас яуап бирҙе, шулай уҡ уның тураһында күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә эйә булды. Әйтәйек, Ҡыш бабайҙың тыуған ере, уның Санта-Клаустан ни менән айырылыуы, Яңы йыл байрамының нисек барлыҡҡа килеүе һәм башҡалар.
Йәнле аралашыу аҙағында уҡыусылар Ҡыш бабайға теләктәрен яҙҙы.
Читайте нас: