-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь 2019, 14:25

Киләһе Аҡ ҡомаҡ йылында нимә бүләк итергә ярамай?

Яңы йылға тиклем бик аҙ ваҡыт ҡалды. Күптәр яҡындарына нимә бүләк итергә икән тип бөгөндән үк баш вата.

Яңы йылға тиклем бик аҙ ваҡыт ҡалды. Күптәр яҡындарына нимә бүләк итергә икән тип бөгөндән үк баш вата.
Ҡомаҡ иң беренсе сиратта ябайлығы менән айырыла. Шуға бүләктәр ҙә ябай, әммә һәр ваҡыт ҡулланыла торған булырға тейеш. Бынан тыш, ҡомаҡтар сағыу, күҙгә ташланып барған әйберҙәр яратмай.Уға тәбиғилек хас. Ағас, кизе-мамыҡ, етен, йөн әйберҙәр яҡшы. Кемгәлер синтетиканан яһалған әйберҙәр бүләк итергә теләһәгеҙ, уны һуңғараҡ бирер өсөн ҡалдырып тороғоҙ, ә Яңы йыл төнөндә тәбиғи һәм йылы бүләк яһағыҙ.
Астрологтар фекеренсә, Аҡ ҡомаҡ йылында мех кейемдәр (тун, жилет) бирергә ярамай. Йыл хужаһы зиннәтлелекте яратмай, шуға байлыҡты күрһәтеү әһәмиәтле түгел.
Сәғәтте бөтөнләй бүләк итергә ҡушмайҙар, Аҡ ҡомаҡ йылында иһә был хаҡта һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел.
Ялтырауыҡ, ваҡ-төйәк әйберҙәр бирергә уйлаһығыҙ, йыл хужаһы һеҙҙе бөтөнләй аҡса тота белмәй, юҡ-барға туҙҙыра тип һанаясаҡ.
Көҙгө, көҙгөлө косметика ла был йылда уңышлы бүләк түгел.
Кимереүселәр еҫте бик яҡшы тоя. Шуға Яңы йылға парфюмерия, эфир майҙары, ҡырҡыу еҫле башҡа нимәләр бирмәгеҙ.
Бүләккә тараҡ, шампунь, бальзам, кейем, таҫтамал, тапочка алмағыҙ. Улар яңы йылда кешегә бәхетһеҙлек килтерә тип һанала.
Аҡ ҡомаҡ йылында бүләктәрҙең универсаль варианттары юҡ, барыһы ла кешенең үҙенең ҡарашына һәм нимәгә өҫтөнлөк биреүенә бәйле. Әммә иң мөһиме – бүләгегеҙ ҡәҙерле кешеләрегеҙгә оҡшаһын, кәйефтәрен күтәрһен.
Читайте нас: