Шәхси эшҡыуар Илһам Муллагилдин йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙҙең береһе. Ошо көндәрҙә ул Өфө ҡалаһында БДУ-ның “Сами такие” командаһы составында барыбыҙға ла яҡшы таныш булған КВН конкурсының төбәк лигаһы финалында ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, был сара үткерлек, ныҡышмалылыҡ, һәләт талап итә. Ә яҡташыбыҙҙа был сифаттарҙың барыһы ла тупланған.
Әүҙем, дәррәү, үткер студенттар командаһын киләсәктә Рәсәй телеканалында күрербеҙ тип ышанабыҙ һәм уларға ихлас күңелдән уңыштар теләйбеҙ.