“Дим” әҙәби берекмәһе ағзаһы, һәләтле шағирә Тәнзилә Юсееваның вафат булыуына ике йыл да булып китте. Ауылдаштары уны онотмай, һәр саҡ иҫкә алып тора.
Ҡыҙрас ауыл китапханаһы мөдире Ләйлә Муллагәрәева уның шиғри йыйынтыҡтарын иң ҡәҙерле ҡомартҡы сифатында һаҡлай. Мәктәп уҡыусыларына уның шиғырҙарын уҡып ишеттерә, Тәнзилә апайҙың китаптарында балалар өсөн яҙылған шиғырҙар бихисап.