+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ноябрь 2019, 15:05

Әсәйҙәр байрам итте!

Яңы Йәнбәк ауыл клубы мөдире Зәлиә Хәмәҙиева иң ҡәҙерле кешеләр – әсәйҙәрҙе ауыл клубына осраҡлы рәүештә генә йыйманы.

Яңы Йәнбәк ауыл клубы мөдире Зәлиә Хәмәҙиева иң ҡәҙерле кешеләр – әсәйҙәрҙе ауыл клубына осраҡлы рәүештә генә йыйманы. Мөһим байрам - Әсә көнөндә уларҙы бер аҙға ғына булһа ла тормош мәшәҡәттәренән арындырыр өсөн бүләктәр алып, төрлө уйындар уйнатырға, сәй өҫтәле артында рәхәтләнеп һөйләшеп ултырырға, аралашырға мөмкинлек бирҙе. Әсәйҙәр рәхәтләнеп уйындарҙа ҡатнашты, бүләктәр алып ҡыуанды. Һүрәттә сираттағы уйындан һуң уларҙың ҡәнәғәт йөҙҙәрен, бәхетле йылмайыуҙарын күрәһегеҙ.
Әсәйҙәрҙең йөҙҙәре һәр ваҡыт шулай ҡыуаныстан ғына балҡыһын!
Читайте нас: