Элегерәк беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр ҡунаҡ йыйһа, туй-маҙар үткәрһә, күрше-тирәнән һауыт-һаба алып тора ине. Ауыл ерендә магазинда әллә ни һауыт-һаба юҡ, ә табын әҙерләргә кәрәк. Бер яҡ күршенән - шәшкеләр, икенсеһенән – тәрилкә алып сыға торғайнылар. Бөгөн инде бөтөнләй икенсе күренеш. Хәҙер сауҙа нөктәләрендә йәнеңә теләгән әйбереңде алырға мөмкин.
Һауыт-һаба өйҙә энергияны һаҡлай, шуға һеҙ кемгәлер уны биреп тораһығыҙ икән, эштәрегеҙҙең кирегә китеүенә ғәжәпләнмәгеҙ.