-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ноябрь 2019, 13:40

Халыҡ-ара итекселәр көнө

Аяҡ кейеме тегеү һәм уны ямау-төҙәтеү – бик боронғо һөнәр...

26 ноябрҙә Халыҡ-ара итекселәр көнө – аяҡ кейеме тегеү, уны дизайнлау, шулай уҡ ошо производствола эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең һәм ремонтлау менән шөғөлләнгән оҫталарҙың һөнәри байрамы.
Боронғо һөнәр эйәләре был еңел булмаған эште тик ҡул хеҙмәте ярҙамында атҡарған, тапочканан алып итеккә тиклем теккәндәр.
Һәм ул белгестән һөнәри әҙерлек, белем, тәжрибә талап иткән үҙенсәлекле, сетерекле хеҙмәт. Итексе үҙ эшен яратып башҡарырға, теүәл, яуаплы, иғтибарлы булырға тейеш.
Шуның өсөн дә уларҙың хеҙмәте ҙур һорау менән файҙаланылыуы ғәжәп түгел.
Йылдар үтеү менән башҡа тармаҡтар кеүек үк аяҡ кейеме тегеү процессы ла механизациялана.
Хәҙерге көндө был эш менән шөғөлләнеүсе компаниялар тире, ағас, резина, джут, туҡыма һ.б. материалдарҙан бик күп төрлө аяҡ кейеме етештерә.
Читайте нас: