Өйҙәге рухтар кешегә йәбешә лә уның юлына ҡамасаулыҡ итә, кире борорға маташа, шуға ла сәфәр хәйерле булмай, тип иҫәпләнгән.
Оҙон юлға сығыр алдынан ултырһаң, рухтарҙы алдарға мөмкин. Кешеләрҙең тыныс ҡына ултырғандарын күреп, рухтар, былар бер ҡайҙа ла китмәй икән тип, һиҙгерлеген юғалта, аҙаҡ инде яйлап ҡуҙғалырға ла мөмкин.
Шуға ҡарамаҫтан, әлеге һынамыштарҙың үҙенә күрә һәйбәт яғы ла бар: оҙон юлға сығаһы кеше сәфәр алдынан уйҙарын тәртипкә килтерә, бөтәһен дә яңынан барлап өлгөрә һәм тыныс күңел менән ҡуҙғала.